Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Понедельник, 29.04.2024, 14:21
Приветствую Вас Гость | RSS

МБОУ СОШ с. Красная Горка

Меню сайта

Главная » 2017 » Апрель » 16 » Боролош йылдары йырсыһы
15:23
Боролош йылдары йырсыһы

2017 йылдың 12 апрелендә, Иҫке Күл муниципаль дөйөм белем биреү мәктәбендә Ғайнан Хәйри ижадына арналған “Боролош йылдары йырсыһы” тип аталған район кимәлендәге һүҙ бәйгеһе үтте. Был конкурстың төп маҡсаты – беренсе башҡорт романы яҙыусы яҡташыбыҙ Ғайнан Хәйри ижадына ҡарата район халҡында ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был байрамда Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар: “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Ҡотоева Г.М., “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Юлдашева Т.И. һәм шағирә Ханнанова З.М. Бәйгелә бөтөһе төрлө йәштәге 48 кеше ҡатнашты. Конкурсанттарҙы Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Аҡбутина А.Н. етәкселегендәге жури составы бик ғәҙел баһаланы.

I-IV кластар араһында I урынға Зәйнуллина Элизаға, II урынға Ахунянов Русланға, III урынға Тағрифуллин Адель лайыҡ булды.

V-X кластар араһында I урынды Сәетов Иляс (Байгилде лицейы) II урынды Ғиндуллина Фаина (Красная Горка мәктәбе) һәм Низаметдинов Илнур (Иҫке Күл мәктәбе), III урынды Хөрмәтуллина Илина (Субай мәктәбе), Ғәниева Алһыу (Иҫке Күл мәктәбе) и Солтанова Азалия (Красная Горка мәктәбе) бүлеште.

Шулай уҡ ололар араһында ла ҡатнашыусылар булды. Һәр бер ҡатнашыусы иҫтәләкле бүләк һәм дипломдар менән бүләкләнде.

     

Бәҙертдинова Гөлназ Рәис ҡыҙы

Просмотров: 441 | Добавил: user | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz


script type="text/javascript" src="//dmev.me/uGost/ver1-2/11/uGost11.js">