Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Понедельник, 29.04.2024, 17:32
Приветствую Вас Гость | RSS

МБОУ СОШ с. Красная Горка

Меню сайта

Главная » 2017 » Апрель » 13 » Крайҙы өйрәнеү музейында ҡунаҡта.
19:25
Крайҙы өйрәнеү музейында ҡунаҡта.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған тел һәм шул уҡ ваҡытта дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арттырыр өсөн төрлө алымдар ҡулланам. Шул алымдарымдың береһе -ул үҙебеҙҙең районда урынлашҡан музейҙарға сәйәхәт.

Күптән түгел генә, 9 класс уҡыусылары менән үҙемдең тыуған ауылым, башҡорт әҙәбиәте тарихына беренсе роман яҙыусы булып килеп ингән Ғайнан Хәйри уҡыған Иҫке Күл мәктәбенең “Крайҙы өйрәнеү музейы” на сәйәхәт ҡылдыҡ.

Музей етәксеһе - Бәҙертдинова Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы беҙҙе мәктәп менән таныштырҙы, ә һуңынан үҙе етәкләгән музейға саҡырҙы.

Мәктәп музейы бер нисә бүлектән тора. Бына улар:

1. Ауыл тарихы.

2. “Гайнан Хәйри-йәшлек йырсыһы” .

3. Колхоз тарихы.

4. Күренекле шәхестәр.

5. Мәктәп тарихы йәки йылъяҙмаһы.

6. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға бағышланған.

7. Боронғо башҡорт йорто - бында ауыл халҡынан йыйып алынған экспонаттарҙан ыҡсым ғына ауыл йорто һәм боронғо башҡорт халҡының көнкүреш кәрәк-яраҡтары тупланған..

Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы беҙгә улар тураһында бик матур, эстәлекле итеп һөйләне, таныштырҙы. Балаларҙа бигерәк тә яҡташ яҙыусыбыҙ Ғайнан Хәйриҙең тормош һәм ижад юлы һәм борон башҡорт халҡы үҙ тормошонда ҡулланған көнкүреш әйберҙәре ҡыҙыҡһыныу уятты. Музей етәксеһе был әйберҙәрҙең ҡайҙан, кемдән, ҡайһы ваҡытта алынғанын тасуирлап һөйләһә, Ғайнан Хәйриҙың шәжәрәһе, “Боролош” романы менән таныштырғанда уҡыусылар уның ижадына, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, мөкиббән инеп китте.

Бер сәғәткә тип иҫәпләнгән ваҡытты, ике сәғәткә һуҙып, музей етәксеһе Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙына рәхмәттәр әйтеп, матур тәьҫораттар менән таралдыҡ.

Бәҙертдинова Гөлназ Рәис ҡыҙы

Просмотров: 719 | Добавил: user | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz


script type="text/javascript" src="//dmev.me/uGost/ver1-2/11/uGost11.js">